ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2024, 11:40

90 йәш – оло юбилей

Нәфисә Мөғәлим ҡыҙы Ҡәйепова бөгөн үҙенең 90 йәшен билдәләй!

90 йәш – оло юбилей90 йәш – оло юбилей
90 йәш – оло юбилей

Уны оло байрамы айҡанлы балалары, яҡындары, Аҡъяр ауыл хакимиәте башлығы Азамат Баҡтыбаев һәм район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова тәбрикләне.
Тормоштоң барлыҡ рәхәттәре менән бер рәттән күп ауырлыҡтарын күргән, һуғыш осоро балаһы ул Нәфисә Мөғәлим ҡыҙы. Аслыҡ-яланғаслыҡ, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла күргәнгә, әлеге тормоштоң күркәмлегенә ҡыуанып бөтә алмай инәй, тик донъялар ғына имен булһын тигән теләктә ул. Ҡаракөсөк ауылында тыуып үҫкән инәйҙең дөйөм эш стажы 46 йыл тәшкил итә. Өс балаға ғүмер биргән, әле уларҙың иғтибарына төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисергән юбилярға артабан да һаулыҡта, балалар ҡыуанысында, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас