Садовый ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре һәм “Оҫтабикәләр” түңәрәгенә йөрөүселәр махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан ауылдаштары менән осрашыу ойошторҙо.
Улар СВО-ла ҡатнашыусыға төрлө һорауҙар бирҙеләр. Яугир ҙа, үҙ сиратында, гуманитар ярҙам күрһәткән яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре, ҡартәсәйҙәре лә ҡатнашты. Аҙаҡтан тәмле сәй өҫтәле артында улар яугирҙарға имен-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын, СВО-ның тиҙерәк бөтөүен теләп, фатиха бирҙеләр.