Оҙаҡ йылдар ғүмер иткән, тормошон хеҙмәт менән биҙәгән инәй-олатайҙар һәр кемгә үрнәк булырлыҡ. Бөгөн олпат йәшен билдәләгән Сәкинә Миңлеғол ҡыҙы ла ошондай бәхетле кешеләрҙең береһе. Тыуған көнөндә Сәкинә инәйҙе Хәйбулла районы хәкимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Азамат Баҡтыбаев тәбрикләне. Сәкинә инәй һәм уның яҡындары өсөн иң тулҡынландырғыс мәл ул – РФ Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын тапшырыу булғандыр. Юбиляр инәйҙе күркәм байрамы, 95 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, именлек, бәхетле ҡартлыҡ һәм имен иртәләр теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте