"Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ, “Зак” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.
Илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа йөрөгән егетебеҙ, ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан мәҙәниәт йортона ла килеп китте. Ул барлыҡ ауылдаштарына, райондаштарына ебәргән гуманитар ярҙам өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Үҙ сиратыбыҙҙа яугирға күстәнәскә, тыуған еребеҙ үләндәренән яһалған шифалы сәйҙәр тапшырҙыҡ. Яугир ауылдашыбыҙҙың иҫән генә йөрөп, имен-һау ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ", - тип хәбәр итә әбүбәкерҙәр.