ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2024, 10:55

Башҡортостан балалары һәм үҫмерҙәре «Ватан һаҡсыһын һүрәтлә» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырыла

-

Башҡортостан балалары һәм үҫмерҙәре «Ватан һаҡсыһын һүрәтлә» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырылаБашҡортостан балалары һәм үҫмерҙәре «Ватан һаҡсыһын һүрәтлә» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырыла
Башҡортостан балалары һәм үҫмерҙәре «Ватан һаҡсыһын һүрәтлә» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырыла

Акцияла 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Эштәр 2024 йылдың 5 февраленә тиклем «Ватан һаҡсылары» фондының республикалағы филиалындаӨфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса ҡабул ителә.

Эште шулай уҡ электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин: konkursy.fond@mail.ru. Хатҡа конкурста ҡатнашыусының шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ата-әсәнең (законлы вәкилдәрҙең) ризалыҡ биргән ҡағыҙ сканын беркетегеҙ.

🎨 Һүрәтте А4 форматындағы теләһә ниндәй материалда үҙегеҙ теләгән техникала төшөрөргә була. Конкурста ҡатнашыуға ғариза һәм ризалыҡ формалары күрһәтелгән һылтанма буйынса урынлаштырылған: vk.cc/cuari7.

Конкурс йомғаҡтары буйынса фонд филиалдарында, мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа һүрәттәр күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Һайлап алынған 1500-ҙән ашыу эш Еңеү Музейы өсөн әҙерләнгән коллажға инәсәк. Музейҙы 2024 йылдың февралендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында асыу күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватан һаҡсылары» фонды Рәсәй Президенты бойороғо менән ойошторолдо.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас