Өфөлә Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы уңайынан, шулай уҡ «Етегән» республика башҡорт байрамы – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы уҙҙы.
Унда Архангел, Ауырғазы, Өфө, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарынан, шулай уҡ Өфөнән йәмғеһе 14 ғаилә ҡатнашты.
«Ғаилә ижады»номинацияһында – Өфөнән Шәһәрғазиндар, «Ғаилә кәсебе»ндә – баш ҡалабыҙҙан Асаиновтар, «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре»ндә иһә Дәүләкән районынан Ғәлимовтар ғаиләһе еңеү яуланы.
Еңеүселәр конкурстың республика этабында сығыш яһай.
Автор:Элина Әхмәтова
Фото:Өфө ҡалаһы хакимиәте