Бөгөн район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары менән осрашты. Йәштәр менән аралашыу “түңәрәк өҫтәл” форматында ойошторолдо.
Рөстәм Динислам улы йәштәрҙе Студенттар көнө менән ҡотланы, райондың социаль-иҡтисади үҫеше, киләсәккә пландар менән таныштырҙы һәм студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.