ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2024, 04:32

Хеҙмәт министры вахтасыларҙы «Башҡортостан вахтаһы» проекты менән таныштырҙы

-

Хеҙмәт министры вахтасыларҙы «Башҡортостан вахтаһы» проекты менән таныштырҙыХеҙмәт министры вахтасыларҙы «Башҡортостан вахтаһы» проекты менән таныштырҙы
Хеҙмәт министры вахтасыларҙы «Башҡортостан вахтаһы» проекты менән таныштырҙы

Республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең башҡарыусы директоры Евгений Семивеличенко Бөрөлә вахтасылар менән осрашты һәм уларҙы «Башҡортостан вахтаһы» проекты менән таныштырҙы.

«Асылы: Себергә вахтаға йөрөгән һәм бер ай (кемдер ике-өс) эшләп, һуңынан бер ай өйҙә ял итергә өйрәнгән ир-егеттәргә үҙенең вахтаһын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендәге вахтаға алмаштырырға тәҡдим ителә. Эш хаҡы буйынса шарттар яҡынса шундай уҡ, һаулығыңды бөтөрөргә кәрәкмәй, ғаиләң дә эргәңдә», - тип яҙҙы Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында.

Осрашыуҙа Бөрө районынан 150 кеше ҡатнашты. Улар араһында — вахтасылар  ғына түгел, уларҙың ҡатындары, шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары.

«Иғтибар менән тыңланылар. Һуңынан төрлө һорауҙар бирҙеләр. Ҡыҙыҡһынып, ошондай тәҡдимде ҡабул итеүселәр булыр тип уйлайбыҙ. Һөҙөмтәләр көтәбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.

Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәте эшенең нисек үҙгәреүе тураһында Башинформ материалынан белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-01-24/glava-mintruda-rasskazala-vahtovikam-o-proekte-bashkirskaya-vahta-3615748

Автор:Галина Бахшиева.

Автор:
Читайте нас