БЫЙМА ТАБАНЛАУ ҘА ҺӨНӘР!
Ҡулы эш белгән кеше һис кенә лә тик ултыра белмәй. Киреһенсә, үҙенә оҡшаған шөғөлдән кинәнес табып, көнөн файҙалы үткәрергә, ваҡытын бушҡа сарыф итмәҫкә тырыша. Әбеш ауылының уңған ир-уҙамандарының береһе Сәйет Әбделмәнов быйма табанлай. Оҫтаның үҙ эшен еренә еткереп эшләүен белгән һәр кем уға мөрәжәғәт итә. Беҙҙең яҡтарҙа быймаһыҙ ҡыш булмай, шуға күрә быйма табанлаусы оҫталарҙың да булыуы зарур. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлдәрҙе тергеҙеү, киләһе быуындарға еткереү маҡсатында Оло Әбеш ауылы халҡы иғлан иткән «Шәп егет» телевизион проекты сиктәрендә Сәйет Әхмәт улы ошо эштең нескәлектәренә егеттәрҙе лә өйрәтә.
Һеҙҙең иғтибарға «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған проекттың икенсе сығарылышы!
#АйыҡАуыл2023