ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2024, 06:33

Тәрбиәсе булыу уның булмышы

Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһынан  Зифа Байсурина кескәйҙәр өсөн икенсе әсәй ҙә

Тәрбиәсе булыу уның булмышыТәрбиәсе булыу уның булмышы
Тәрбиәсе булыу уның булмышы

Тәрбиәсе -  һәр балаға яғымлы әсәй ҙә, яҡын дуҫ та, яратҡан уҡытыусы ла. 20 һәм унан да күберәк баланың барыһын да тыңлап та, тыңлата белеү  ҙә мөһим. Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зифа Байсурина тап шундайҙарҙың береһе.

--Балалар баҡсаһында  ысынлап та үҙ эшен яратҡан, һәр баланы үҙенекендәй яҡын күргәндәр генә эшләй ала, - ти Зифа Әғзәм ҡыҙы. Ул 34 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, уҡытыуға бағышлай.

    Зифа Әғзам ҡыҙы һәр балала хеҙмәткә һөйөү, ата-әсәне, ололарҙы, дуҫтарҙы  хөрмәт итеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, илһөйәрлек, телһөйәрлек кеүек мөһим сифаттар  тәрбиәләй.

Зифа Әғзәм ҡыҙы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы, муниципаль район хакимиәте, мәғариф идаралығы, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһынан һәм башҡа бик күп  рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 4-се һанында.

 

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас