ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2024, 05:29

Күркәм ғаилә – ауыл йәме

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Рафаэль һәм Римма Сәғитовтар 19 йыл татыу ғүмер кисерә.

Күркәм ғаилә – ауыл йәмеКүркәм ғаилә – ауыл йәме
Күркәм ғаилә – ауыл йәме

Районыбыҙҙа  татыулыҡтары, бер-береһен ихтирам итеүҙәре менән башҡаларға  өлгө булырҙай ғаилә парҙары бихисап.  Шундай күркәм ғаиләләрҙең  береһе – Аҡъяр ауылында йәшәүсе Рафаэль һәм Римма Сәғитовтар. Уларҙың тормош һуҡмағынан  парлап, бер-береһенә терәк һәм таяныс булып атлауҙарына 19 йыл.

Римма Степной ауылы ҡыҙы. БДУ-ның Сибай институтында юридик факультетын тамамлаған. Бөгөн ул район суд приставында суд приставы-башҡарыусы булып эшләй.

Рафаэль Айҙар улы Аҡъярҙағы элекке 110-сы һөнәрселек училищеһында электрик һөнәрен үҙләштергән Әле “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә сервис инженеры булып эшләй. Ул иретеп-йәбештереү эшенә оҫта. Буш ваҡыттарында семәрләп, биҙәкләп ҡапҡа, ҡойма, теплица, мунсаға мейес эшләй.

Был матур пар  икеһе лә тырыш ғаиләлә үҫкән, шуға үҙҙәре лә тормош ауыр тип тормай, гөрләтеп донъя көтә. Сәғитовтар хеҙмәттәштәре, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған,  һәр яҡлап та башҡаларға үрнәк булып тора. Йүнсел, тырыш ғаилә үҙҙәренә оҡшағанса заманса йорт һалғандар.

Тығыҙ эш араһында балалар тәрбиәләүгә лә тейешле иғтибар бүлә Сәғитовтар. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә улар.

Сәғитовтар мул итеп баҡса үҫтереп, йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт тотоп, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй яҡындары менән ҡатышып, йорттарына килгән һәр кемгә яҡты йөҙ, һый-хөрмәт күрһәтеп, тирә-йүндәгеләргә өлгө булып матур донъя көтәләр. 

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 4-се һанында. 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас