ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар 2024, 15:33

Район хакимиәте башлығы Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осрашты

    

Район хакимиәте башлығы Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осраштыРайон хакимиәте башлығы Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осрашты
Район хакимиәте башлығы Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осрашты

Бөгөн Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осрашты. Отчет йыйылыштарының төп маҡсаты – урындағы халыҡтың көнүҙәк проблемаларын белеү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү. Ивановкала диалог барышында өҫтәмә һыу башняһын ҡуйыу, йөк автомобилдәренә йөрөүҙе тыйған юл билдәләрен ҡуйыу, күперҙең торошо, ашығыс ярҙам техникаһы кәрәклеге мәсьәләләре яңғыраны. Осрашыу барышында карьерҙарҙы рекультивациялау, мәктәп биләмәһенә асфальт түшәү, мәсет бинаһын тышлау һәм башҡа темалар күтәрелде.

Татыр-Үҙәк ауылында сорашыуға йыйылыусылар экология, һыу сифаты, сүп-сар реформаһы, медицина хеҙмәтләндереүе, сүп-сар контейнерҙары ҡуйыу, яҡтыртыу, урамдарҙы һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлде.  Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә контролгә алынды, уларҙың һәр береһен хәл итеү юлдары тикшереләсәк.

фото һәм сығанаҡ:Хәйбулла районы хакимиәте.

Район хакимиәте башлығы Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осрашты
Район хакимиәте башлығы Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осрашты
Район хакимиәте башлығы Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осрашты
Район хакимиәте башлығы Ивановка һәм Татыр-Үҙәк ауылдары халҡы менән осрашты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас