Була шундай инәйҙәр − уларға ҡарап ғорурланмау мөмкин түгел. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған матур сифаттар: эшһөйәрлек, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, изгелек күп итеп бирелгән уларға. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Роза Ғәйзулла ҡыҙы Аҡҡусҡарова тап ана шундайҙарҙың береһе. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнгән 85 йәшен тултырған инәй олоғайһа ла тик ултырмай. Яңғыҙы торһа ла, һаман үҙ яйына донъяһын көтә, малын да аҫрай, картуф та үҫтерә.
Теремек, сос Роза инәй тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ауыл эшен йүгереп йөрөп эшләп ҡуя, мейесендә ҡабарып бешкән икмәк бешерә, һалмаһын да үҙе йәйеп ҡырҡа. Һүҙ араһында үҙенең хужалығы менән дә таныштырҙы ул, кәртә тултырып йөрөгән ҡош-ҡортҡа ем һибеп, һыйырын һәм быҙауын хас балаларын кеүек “Иии, бәпәйемде” тип иркәләтеп арҡаларынан һөйөп, бесәнен дә биреп ҡуйҙы. «Нисек кенә сыҙамай көнө буйы өйҙә ултырмаҡ кәрәк?! Әүәлге йылдарҙа һәр ваҡыт ике баш һыйыр аҫрап, ағын эшкәртә инем, былтырҙан бер һыйыр һәм быҙау ҡарайым. Күршеләремә ҙур рәхмәт, йәй көнө үҙҙәренеке менән бергә малымды көтөүҙән ҡаршы алып, өйөмә тиклем ҡыуып алып киләләр. Ҡышын инде үҙем аҫрайым. Йыл һайын картуф ултыртам, өйрәк һәм ҡаҙ себештәрен үҫтерәм», − ти егәрле инәй.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, илебеҙ һынау алдында торғанда ул да ситтә ҡала алмаған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләп ебәргән. «Быға тиклем шәлдәр ҙә бәйләй инем, хәҙер күҙем насарайҙы», − тип инәй ҡул йылыһын һалып бәйләгән бик матур шәлде сығарып күрһәтте. Роза Ғәйзулла ҡыҙы белдереүенсә, ул «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитендәге бөтә мәҡәләләрҙе башынан аҙағынаса уҡый, башҡа гәзит-журналдарҙы ла алдыра.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 1-се һанында уҡығыҙ