ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2024, 13:51

Яугирҙарға - 126 банка быҡтырылған ит!

Әбүбәкер ауылы уңғандары махсус хәрби операциялағы яугирарға ризыҡ әҙерләгән.

Яугирҙарға - 126 банка быҡтырылған ит!Яугирҙарға - 126 банка быҡтырылған ит!
Яугирҙарға - 126 банка быҡтырылған ит!

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан йәш ғаилә Яҙгөл һәм Раян Байрамғоловтар махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә быҡтырылған ит эшләп ебәреү өсөн йылҡы ите биргән.

Ғаилә башлығы Раян Хәлей улы - фермер, күпләп мал аҫрай, шулай уҡ алыҫ Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Яҙгөл Азамат ҡыҙы тыуған мәктәбендә балаларға белем бирә, мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәй. Улар өс балаға ғүмер биреп, үҫтереп, матур тәрбиә биргән.

Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары тиҙ арала 126 банка быҡтырылған ит әҙерләп тә ҡуйған. Яҡын арала улар тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып яҡташтарына оҙатыласаҡ.

Афарин, Яҙгөл һәм Раян Байрамғоловтар, Әбүбәкерҙең уңған ҡатын-ҡыҙҙары!

Фото: Әбүбәкер ауылы төркөмөнән.

 
Яугирҙәргә - 126 банка быҡтырылған ит!
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас