40 йыл тормош һуҡмағынан бергә атлаған Тәнзилә Сәғәҙей ҡыҙы тормош иптәше Леонид Алексеевич менән Бүрәт Республикаһында йәшәгәндә таныша. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан мәҡәләм геройҙары ғаилә ҡороп, 19 йыл Бүрәт Республикаһы Закаменск ҡалаһында йәшәйҙәр. Өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр.
Тәнзилә апай сауҙа өлкәһендә, ә Леонид Алексеевич оҙаҡ йылдар сәнғәт тармағында намыҫлы хеҙмәт итеп, һуңғы 18 йылда “Гай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә бульдозерҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.
Самойловтар һәр атҡан таңға ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп, риза булып йәшәй.
Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, ғүмер һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп бергә атлаған көслө рухлы, иманлы Самойловтар ғаиләһе барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 3-сө һанында.