ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2024, 11:56

Йөҙҙәре асыҡ, күңелдәре изге уларҙың

Быҙаулыҡ ауылында йәшәүсе Рәмил һәм Сәлхиә Мортаевтар асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл, һоҡланғыс ғаилә.

Йөҙҙәре асыҡ, күңелдәре изге уларҙыңЙөҙҙәре асыҡ, күңелдәре изге уларҙың
Йөҙҙәре асыҡ, күңелдәре изге уларҙың

Быҙаулыҡ ауылында йәшәүсе Рәмил һәм Сәлхиә Мортаевтар асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл, һоҡланғыс ғаилә. Беҙ барғанда ғаилә башлығы ихатала уҡ ихлас ҡаршы алып, өйгә саҡырҙы. Йор һүҙле, ихлас кешеләр менән әңгәмә лә йәнле барҙы.

Мортаевтарҙың татыу ғаиләһе бынан 1983 йылда барлыҡҡа килгән. Ғаилә башлығы Быҙаулыҡ ауылында тыуып үҫкән. Ауыл мәктәбендә 8-се, Һамар мәктәбендә 9-10-сы класты тамамлағас,  Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡый. 1978-1980 йылдарҙа Украинала әрме хеҙмәтен үтә. Сәлхиә апай Аҡнаҙар ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Ғәлиәхмәт мәктәбен тамамлағас, Гай ҡалаһында һатыусы-кассир һөнәренә уҡый. Хеҙмәт юлын район ҡулланыусылар йәмғиәтендә башлай. 

Өлгөлө пар ике ҡыҙ һәм бер улы тәрбиәләп үҫтергән. Улар ауылда ҙур, иркен йорт һалып сыҡҡан. Ғаилә башлығы сит кеше ялламай, үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Үҙҙәре ихлас, изге күңелле булғас, йорттарынан да кеше өҙөлмәй. Улар килгән һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, һый-хөрмәт күрһәтеп оҙаталар. Беҙҙе лә аш-һыу әҙерләп оло ҡунаҡтай көтөп торалар ине.

Мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп,  мул итеп баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Сәлхиә апай һыйыр ағының бер тамсыһын да әрәм итмәй эшкәртеп ала. Балаларын да ит, һөт ризыҡтары менән тәьмин итәләр.

Мортаевтар ауыл мәсетен төҙөүгә тос өлөш индерәләр. Финанс ярҙамдан тыш, Рәмил ағай иман йортоноң төҙөлөш эштәрендә даими ҡатнаша. Балалары ла финанс ярҙам күрһәтә.  

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 3-сө һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас