ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2024, 17:26

Бөгөн Өфө ауылында отчет йыйылыш үтте

Был турала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә хәбәр итте. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Бөгөн Өфө ауылында отчет йыйылыш үттеБөгөн Өфө ауылында отчет йыйылыш үтте
Бөгөн Өфө ауылында отчет йыйылыш үтте

“Бөгөн ауыл биләмәләренең үҙәк усадьбаларында  отчет йыйылыштар старт алды.

Осрашыуҙа  ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә беҙҙең  уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса отчеттар тыңланды, халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙек. Беренсе осрашыу Өфө ауылы халҡы менән булды.  Бында йәшәүселәрҙе  ауыл табип амбулаторияһы өсөн яңы бина төҙөү,  санитар автомобилде ремонтлау, ауылды һыу менән тотороҡло тәьмин итеү,  юлдарҙы ремонтлау мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Бынан тыш, берәҙәк эттәр проблемаһы,  төҙөлөш эштәрен башҡарыу сифаты,  ауыл клубы өсөн Газель автомобиле алыу,  мәктәп спорт залында температура режимы,  Рафиҡ ауылында күпер төҙөү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә контролгә алынды, уларҙың һәр береһен хәл итеү юлдарын ҡараясаҡбыҙ.

Ғинуар аҙағына тиклем бындай осрашыуҙар райондың барлыҡ үҙәк усадьбаларында үтәсәк”,--тип яҙҙы “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас