“Башҡорт”—разведчик, “Рамзес”—штурмлаусы
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яугирҙар менән осрашты
Был турала Рөстәм Динислам улы үҙ сәхифәһендә яҙҙы.
“Башҡорт” позывнойлы Хәйбулла егете разведчик булып хеҙмәт итә. Ул әрме хеҙмәтен тамамлау менән, контракт төҙөп, СВО башланғандың беренсе көндәренән Ватаныбыҙ һағында. “Рамзес” иһә унан 20 йәшкә өлкәнерәк, әммә доброволец булып СВО зонаһына юллана. Ул штурмовик. Йәш аралары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең икеһе лә хәрби тәжрибә туплаған. Әле улар ҡыҫҡа сроклы отпускыла, тиҙҙән хәрби бурыстарын артабан үтәү өсөн хеҙмәт иткән урындарына юлланасаҡ.