“Айыҡ ауыл-2023” республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылында әүҙем эшләп килгән “Оләсәйҙәр мәктәбе” мәҙәниәт йортона яңы дәрескә йыйылды.
Үҙенең ҡул эштәре менән бөтә республикаға билдәле булған Аҡсәскә өләсәй Әбделмәнова ҡыҙҙарҙы яңы һөнәргә-- ҡорама ҡорарға өйрәтте. Борондан килгән был һөнәр Әбеш ауылында киң таралған.
Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарға бирнә итеп ҡораманан түр юрғандар, түшелдерек, япмалар эшләйҙәр. Был фәһемле дәрес барыһына ла оҡшаны, ҡыҙҙар ҡыҙыҡһынып һәм дәртләнеп яңы һөнәргә өйрәнде.
#Айыҡауыл2023
#Трезвоесело2023