Ололарға, тыл ветерандарына һәм һуғыш осоро балаларына ярҙам итеү Иләс ауылы йәштәре һәм ир –егеттәре өсөн һәр ваҡыт иң ҙур сауап ҡына түгел, иң ҙур мәртәбә, маҡтаулы эш булып һанала, ти ветерандар рәйесе Минниса Рәхмәтова.
Бөгөн Илсур Юлдашбаев, Ғәзим Асҡаров, Иҙел Күсәков , Ринат Аллабирҙин, Даян Ҡөләмбәтов ауылыбыҙ ағинәйҙәре Зөләйха Рәхмәтова һәм Роза Ғәббәсоваға ярҙам иттеләр.