ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2024, 06:05

Байғусҡар ауылында йәшәүсе Мәнүр Бикбова туҡһан йәшен билдәләй!

Туп тибеп уйнар урынға һабан тартҡан, икмәк – фронт өсөн, тиеп бар көстәрен һалған һуғыш йылы балаларының береһе ул Мәнүр Хәлил ҡыҙы.

Байғусҡар ауылында йәшәүсе Мәнүр  Бикбова  туҡһан йәшен билдәләй!Байғусҡар ауылында йәшәүсе Мәнүр  Бикбова  туҡһан йәшен билдәләй!
Байғусҡар ауылында йәшәүсе Мәнүр Бикбова туҡһан йәшен билдәләй!

Иләс ауылында тыуып үҫеп, Байғусҡар ауылында йәшәүсе Мәнүр Хәлил ҡыҙы Бикбова бөгөн үҙенең туҡһан йәшен билдәләй!

Туп тибеп уйнар урынға һабан тартҡан, икмәк – фронт өсөн, тиеп бар көстәрен һалған һуғыш йылы балаларының береһе ул Мәнүр Хәлил ҡыҙы. Бала сағы дәһшәтле һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисерә инәй. Балалыҡ, йәшлек йылдары уйнап-көлөп үтмәһә лә, һәр саҡ сыҙам, тырыш булыуы менән бар ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға ул. Бар ғүмерен һауынсы булып эшләүгә бағышлай. Үҙенең игелекле, кешелекле булыуы менән туғандары, ауылдаштары араһында оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанған кешеләрҙең береһе ул бөгөн. Туҡһан йәшлек юбилейын да Мәнүр Хәлил ҡыҙының өй тултырып килгән яҡындары, күрше-тирәләре менән бергәләп ҡаршы алыуы күпте һөйләй. Үҙ булмышы менән һоҡландырған, йәштәргә өлгө булып йәшәгән нурлы инәйгә артабан да ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:
Читайте нас