ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2024, 10:54

“Мин бәхетле кешемен”,--ти Лира Ғөбәйҙуллина

Яңыраҡ район гәзите редакцияһы ветераны Лира Ғайсар ҡыҙы матур юбилейын билдәләне

“Мин бәхетле кешемен”,--ти Лира Ғөбәйҙуллина“Мин бәхетле кешемен”,--ти Лира Ғөбәйҙуллина
“Мин бәхетле кешемен”,--ти Лира Ғөбәйҙуллина

Лира Ғайсар ҡыҙы, бынан 60 йыл элек, Аҡъяр ауылында  ата-әсәһенә Яңы йыл бүләге булып донъяға килә. Ул  Өфө финанс техникумын тамамлап, хеҙмәт эшмәкәрлеген Аҡъяр ауылы Һаҡлыҡ банкыһында бухгалтер булып башлай. Артабан  район гәзите редакцияһына эшкә килеп,  хаҡлы ялға сыҡҡансы, 22 йыл бухгалтер вазифаһын башҡара.

--Үҙ һөнәремде ныҡ яраттым, эшемә яуаплы ҡараным. Башҡа һөнәр эйәһе булыу тураһында бер ҡасан да уйланманым. Редакциялағы 22 йылдың үткәнен дә һиҙмәнем. Хаҡлы ялға сыҡҡас та коллективты, эшемде һағындым,--ти Лира Ғайсар ҡыҙы. Әйткәндәй, уның атаһы ла бухгалтер була, банк мөдире булып эшләй.

Лира һәм Ринат Ғөбәйҙуллиндар ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың хәҙер үҙ ғаиләләре бар, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлирә  ғаиләһе менән Аҡъярҙа йәшәй. Улдары Айнур яңыраҡ ғаиләһе менән Ырымбур ҡалаһына йәшәргә күскән. Әле Ғөбәйҙуллиндар икеһе лә хаҡлы ялда. Лира Ғайсар ҡыҙы  бәйләргә ярата.  Ейәнсәрҙәренә  кофта, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй. СВО-лағы һалдаттарға ла йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәрә.

Юбилейың менән, редакция ветераны!

Авторы Гөлсәсәк Ниғмәтуллина.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас