ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2024, 14:19

«Горизонт» позывнойлы яугир дәүләт наградаһы менән бүләкләнде

Ул тыуған ауылында саңғы ярыштарын ойоштороуҙа ҡатнашҡан, бүләктәр һатып алыуҙа ярҙам күрһәткән.

«Горизонт» позывнойлы яугир дәүләт наградаһы менән бүләкләнде«Горизонт» позывнойлы яугир дәүләт наградаһы менән бүләкләнде
«Горизонт» позывнойлы яугир дәүләт наградаһы менән бүләкләнде

Балтас районынан махсус операцияла ҡатнашҡан яугир Башҡортостандың дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Муниципалитет хакимиәте башлығы Илгиз Субушев хәбәр итеүенсә, Ҡомъяҙы ауылы егете хеҙмәттәге ҡаҙаныштары һәм ҡыйыулығы өсөн билдәләнгән.

«Горизонт» позывнойлы хәрби тыуған төйәген һәм яҡташтарын онотмай. Балтас районы етәксеһе һүҙҙәренсә, ул ауылда саңғы ярыштарын ойоштороуҙа ҡатнашҡан, бүләктәр һатып алыуҙа ярҙам күрһәткән.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас