ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2024, 11:06

Бына шундай улар, Әбделмәновтар

Оло Әбеш таланттарға, оҫталарға бай ауыл #Айыҡауыл2023  

Бына шундай улар, ӘбделмәновтарБына шундай улар, Әбделмәновтар
Бына шундай улар, Әбделмәновтар

Оло Әбеш таланттарға, оҫталарға бай төбәк, сөнки боронғо ауылдарҙа барыһы ла быуындан-быуынға тапшырыла килә.


Бөгөнгө геройҙарыбыҙ Әлфиә һәм Факил Әбделмәновтар. Әлфиә Юлай ҡыҙы ауыл китапханаһында китапханасы булып эшләй, унда төрлө саралар үткәреп, китап яратыусылар менән әңгәмәләр үткәрә. Ләкин беҙ уны тағы бик оҫта торттар, бәлештәр һәм башҡа тәмле-тәмле ризыҡтар бешереүсе тип тә бҽләбеҙ. Белгәнен ҡыҙҙарына ла өйрәтә.

 Ғаилә башлығы Факил Сәғәҙәт улы "Башҡорт баҡыры" йәмғиәтендә ҡеүәтле бульдозерҙы “ауыҙлыҡлап” йөрөтә. Вахтанан ҡайтҡан ваҡыттарында клубта үткән сараларҙа гармунда уйнап, йырлап, ауылдаштарының күңелен аса. Уның бала саҡтан оҫта һунарсы, балыҡсы булараҡ даны сыҡҡан. Малайҙары менән гөрләтеп үҙ тракторында бесәнен дә, утынын да һә тигәнсә эшләп өлгөрә. Бына шундай улар, Әбделмәновтар. Афариндар!


Авторы: Т.Юнысов.


#Айыҡауыл2023
#Трҽзвоҽсҽло2023

"Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

 

Автор:
Читайте нас