ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2024, 05:45

Берҙәм һәм татыу ғаилә

Быҙаулыҡ ауылында  татыулығы, йүнселлеге, эшһөйәрлеге менән өлгө булған ғаиләләр күп. Марат һәм Хәсилә Байғужиндар тап шундайҙарҙан.

Берҙәм һәм татыу ғаиләБерҙәм һәм татыу ғаилә
Берҙәм һәм татыу ғаилә

Байғужиндар бына инде 25 йыл иңгә-иң терәп, татыу ғүмер кисерәләр. Баһадирҙай өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.  Ғаилә башлығы Марат Хөрмәт улы сығышы менән Хворостянка, Хәсилә Харис ҡыҙы иһә Сәғит ауылынан.

- Сибай педагогия колледжын тамамлағас, 1997 йылда йүнәлтмә менән Быҙаулыҡ мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр һәм ошо көнгәсә бер урында башланғыс кластарҙы уҡытам. Был яҡта буласаҡ тормош иптәшемде осратып, Быҙаулыҡта төпләнеп ҡалдым. Ситтән тороп юғары белем алдым. Мин эшкә килгәндә мәктәп гөрләп тора ине, балалар һаны ла күп ине, - ти Хәсилә Байғужина.

Белем биреү өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Хәсилә Харис ҡыҙы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район һәм республика профсоюз комитеттарының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. “Йыл уҡытыусыһы-2023” район конкурсында ҡатнашып, дипломға лайыҡ булған.

Марат Хөрмәт улы күп йылдар совхозда, “Юбилей” ятҡылығында водитель була. Гел алдынғылар рәтендә йөрөп, етәкселек тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Әлеге көндә себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй һәм унда ла һынатмай.  Юғары һөнәри оҫталығы өсөн Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Ул балыҡсы ла, балта оҫтаһы ла. Ҡулынан килмәгән эше юҡ.   

Байғужиндар ауылда  үҙ көстәре менән ҙур, иркен йорт һалып сыҡҡан. Ғаилә башлығы балта оҫтаһы булараҡ, йортто үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Тырыш ғаилә мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп мул һәм етеш тормошта йәшәйҙәр.

Байғужиндарҙың өлкән улы Урал И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлағас, армияла хеҙмәт итә. Әлеге мәлдә ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй, кәләше Әлиә менән Эмилия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Бөгөн ул себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Уртансы улдары Венер Баймаҡ ҡалаһында яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлап, әлеге көндә Санкт-Петербургта армияла хеҙмәт итә. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа хоккей менән әүҙем шөғөлләнгән, ярыштарҙа ҡатнашып, бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән. Кинйәләре Илназ Һамар мәктәбендә 3-сө класта белем ала. Ул спортты үҙ итә, айырыуса футбол уйнарға ярата. Уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшә.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 2-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас