ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2024, 16:12

Башҡортостанда 2024 йылдың башында нисә сабый тыуғаны билдәле булды

   

Башҡортостанда 2024 йылдың башында нисә сабый тыуғаны билдәле булдыБашҡортостанда 2024 йылдың башында нисә сабый тыуғаны билдәле булды
Башҡортостанда 2024 йылдың башында нисә сабый тыуғаны билдәле булды

2024 йылдың тәүге 8 көнөндә Башҡортостанда 575 бала донъяға килгән, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында.

Студия ҡунағы билдәләүенсә, 1-8 ғинуарҙа тыуған балалар араһында 10 игеҙәк бар.

«Белгестәребеҙ өсөн Яңы йыл төнө ғәҙәти режимда үтте. Йыл башында бик күп сабый донъяға ауаз һалды, бригадалар көсөргәнешле эшләне. Ата-әсәләрҙе һәм коллегаларыбыҙҙы һөйөндөрөр өсөн Яңы йыл төнөндә тыуған балаларҙы сағыу биҙәкле юрғандарға төрҙөк», — тине ул.

Былтыр тыуыу тураһында таныҡлыҡтың 76% тиерлек электрон төрҙө бирелгән, тип өҫтәне спикер. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас