ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2024, 09:35

Ғаилә йылын ҡаршы алып.

Аҡьяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһы балалары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн яңы йыл байрамдары ваҡытында матур саралар булып үтте.

Ғаилә йылын ҡаршы алып.Ғаилә йылын ҡаршы алып.
Ғаилә йылын ҡаршы алып.

2024 йыл президентыбыҙ В.В. Путин тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде.


Ошо юҫыҡта эш башлап, Аҡьяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһы балалары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн яңы йыл байрамдары ваҡытында матур саралар булып үтте.
Оҙайлы байрам көндәре мөмкин тиклем файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үтһен өсөн балалар баҡсаһында ҡышҡы уйындар ойошторолдо. Көн дә, һауа торошона ла ҡарамай, төрлө төркөм балалары атай әсәйҙәре менән балалар баҡсаһы янына, ял паркына йыйылып күнел астылар, төрлө ярыштарҙа ҡатнаштылар. "Ҡыш бабай эҙе буйлап" квест- уйыны, "Ҡышҡы уйындар", " Ҡыҙыл танау - Ҡыш бабай" спорт уйындары берәуҙе лә битараф ҡалдырманы. Күп балалар яҡындары менән "Ҡарбабай әүәләйбеҙ" акцияһында ҡатнаштылар. Хатта үткән йылғы сығарылыш төркөм балалары ла яратҡан баҡсаһын һағынып килеп уйындарҙа бик дәррәү ҡатнаштылар. Афариндар!!!


Бар ғаилә менән командалар ярышында ҡатнашыу, музыкаль флешмобтар, уйын - көлкө, бергәләп саф һауала ял итеу балаларға ла, атай- әсәйҙәргә лә бик оҡшаны.
Киләсәктә лә балаларҙы бәхетле иткән, ыңгай эмоциялар тыуҙырған, ғаилә ағзаларын берләштергән матур сараларҙа көтөп ҡалабыҙ, дуҫтарым!!!

Авторы: Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы Сәлимова, Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһы музыка етәксеһе.

  

Автор:
Читайте нас