Аҡъяр ауылы ҡыҙы Лилиә Мортаева 2007 йылда редакцияға эшкә килә. “Ул ваҡытта редакция коллективы ҙур ине. Төп эшебеҙҙән тыш, үҙебеҙ спектаклдәр ҡуйып, артист та булып бөттөк, КВН-да ла уйнаныҡ, ял итергә лә өлгөрҙөк”,--ти ул.
Әлеге ваҡытта Лилиә Рәхимйән ҡыҙы “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” гәзиттәрен версткалау операторы булып эшләй. Компьютерҙа төрлө программалар ҡулланып, гәзитебеҙ битен биҙәүгә бөтә күңелен һала. 17 йыл эсендә ҙур тәжрибә туплай. Хеҙмәттәштәре Лилиәне ышаныслы, яуаплы булыуы өсөн хөрмәт итә.
Лилиә һәм Ринат Мортаевтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 30 йыл. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Ралина үҙ ғаиләһен ҡороп, яңыраҡ улдары донъяға килгән. Улдары Булат Себер тарафтарында эшләй. Кинйәләре Динар 3-сө Аҡъяр мәктәбендә 8-се класта белем ала.
Авторы: ЗиләАҡъюлова