"Ауылым уңғандары" рубрикаһы
"Айыҡ ауыл 2023" республика конкурсында ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылының тырыш кешеләре менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Сөнки ауылдың йөҙөн тап улар билдәләй.
Рәзилә һәм Йәмил Илембәтовтар икеһе лә ошонда тыуып үҫкәндәр. Өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Йәмил Факил улы Шайтантау заказнигында егер булып эшләй, буш ваҡыттарында тротуар плиталары етештереү менән шөғөлләнә, ауылдаштарынан заказдар ҡабул итә. Ә Рәзилә Сөләймән ҡыҙы мәҙәниәт йортонда йыйыштырыусы, буш ваҡыттары һөт ризыҡтары етештереү менән үтә. Ул эшләгән ҡорот, ҡыҙыл эремсекте хатта Өфө ҡалаһынан заказ буйынса һоратып алдыралар. “Афариндар!” тип һоҡланырға ғына ҡала ошондай ғаиләләрҙең булғанына ауылыбыҙҙа.
Авторы: Т.Юнысов
#Айыҡауыл2023
#Трҽзвоҽсҽло2023
"Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы