ЙӘМҒИӘТ
8 Ғинуар 2024, 09:25

Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!

"Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәндәй, бер селтәрҙе өс сәғәттә үрҙек", - ти йәнтештәр

Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!
Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!

Оҙайлы ҡышҡы кистәрҙә Йәнтеш ауылының уңғандары өйҙә телефон текләп тик ултырмайҙар. Улар мәҙәниәт усағына дәррәү йыйылып, яугирҙарыбыҙҙы ҡурсалаған маскировкалау селтәрҙәрен үрәләр. Әлеге ваҡытта блиндаж шәмдәрен әҙерләүгә материалдар туплайҙар.

"Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәндәй, бер селтәрҙе өс сәғәттә үрҙек. Яҡаштарыбыҙ хәҙер аҡ төҫтәге "ҡышҡы" селтәрҙәрҙе күберәк үреүҙе һоранылар. Ишек һәр кемгә асыҡ, ярҙам итергә теләүселәр булһа, һөйөнәсәкбеҙ генә”, - ти ауылдаштар. Афарин, йәнтештәр!

Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!
Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!
Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!
Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!
Селтәрҙәребеҙ һеҙҙе һаҡлаһын!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас