ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2024, 07:57

Донъяны Әминә менән Әмир "баҫып" алған...

Ә һеҙ ҡыҙ һәм улдарығыҙға ниндәй матур башҡорт исемдәре ҡуштығыҙ?

ЗАГС реестры 2023 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 3 ғинуарына тиклемге осорҙа тыуған сабыйҙарҙы атаған популяр һәм үҙенсәлекле исемдәрҙе атаны. Магдалена, Анетта, Инола, Рейан һәм Шукронахон кеүек һирәк ҡатын-ҡыҙ исемдәрен айырып күрһәтергә мөмкин. Иң һирәк осраған ир-егет исемдәре: Дауыт, Сәфәрғәли, Евсей, Дәүләтбәк һәм Алиджон.

Әминә - ҡыҙҙар өсөн иң популяр исемгә әйләнгә, бер йыл эсендә ҡыҙҙарына 454 тапҡыр ошондай исем ҡушҡандар. Малайҙар өсөн йышыраҡ Әмирҙе һайлағандар, 570 баланы шулай тип йөрөткәндәр.

Ә һеҙ ҡыҙ һәм улдарығыҙға ниндәй матур башҡорт исемдәре ҡуштығыҙ?

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас