Матур ҡышҡы көндә, 50 йыл элек бер-береһен табышып өйләнешкән матур пар алтын юбилейын билдәләй.
Вәзәм ауылынан Фирҙәүес һәм Юлай Ямалетдиновтар ауылда хөрмәтле, тырыш, уңған, замана менән йәнәш атлап килгән ныҡлы һоҡланғыс ғаилә. Матур ғүмер юлын үтеп, 3 ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, уларға ярҙам ҡулын һуҙып, тормоштан йәм табып, матур ғүмер итәләр. Тырыш, матурлыҡ, ғәҙеллек яратҡан ғаиләгә барыһы ла һоҡланып, уларҙы үрнәк итеп ҡуйып йәшәйҙәр ауылдаштар.
Алтын юбилейығыҙ ҡотло булһын, Фирҙәүес Ғәфүр ҡыҙы һәм Юлай Фәрит улы Ямалетдиновтар!
#ХайбуллаРДК#АкъярКультура#Хайбуллинскийрайон#МалоарслангуловскийСК#ЗолотаяСвадьба