4 ғинуарҙа үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркында «Их, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!» тип аталған балалар өсөн яңы йыл сараһы үткәрҙе. Балалар йомаҡтар ҡойоп, викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр, ике командаға бүленеп «Күңелле старт» спорт уйынында ҡатнаштылар. Файҙалы һәм ҡыҙыҡлы уйындарҙа балалар етеҙлеген, сослоғон һәм сыҙамлылығын күрһәтә алды. Сарала һәр кем ҙур теләк менән ҡатнашты.