ЙӘМҒИӘТ
4 Ғинуар 2024, 15:11

Юбиляр түрҙе биҙәр

Хәнифә Фазылйән ҡыҙы Билалова оло юбилейын билдәләй.

Юбиляр түрҙе биҙәрЮбиляр түрҙе биҙәр
Юбиляр түрҙе биҙәр

Башбүре ауылында бынан туҡһан йыл элек доньяға килгән Хәнифә Фазылйән ҡыҙы Билалова юбилейын билдәләй бөгөн. Аҡъяр ауылында бәхетле ҡартлыҡта балалары, яҡындары йылыһына һөйөнөп ултырған инәйҙең тормош юлы еңелдән булмай. Һуғыш башланған йылда ул мәктәпкә укырға бара, әммә кейергә кейеме булмағас, уҡыуын дауам итә алмай. Әммә әрһеҙ, тырыш ҡыҙ үҙ аллы уҡырға, яҙырға өйрәнә. 1942 йылда атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Бәхетле бала саҡтың нимә икәнен дә татып өлгөрмәгән йәш ҡыҙ һауынсы булып эш башлай. 1958 йылда Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылы егете Ғәзизйән Билалов менән ғаилә ҡора. 47 йыл тиң -тигеҙ ғүмер кисерә улар, һигеҙ балаға ғүмер бирәләр. Уларҙың өсәүһен юғалта инәй. Бөгөнгө көндә биш балаһының ҡәҙер хөрмәтенә төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, намаҙын ҡалдырмай. Тормошона һөйөнөп, изге теләктәрен юллап ултырған Хәнифә Фазылйән ҡыҙына артабан да ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләргә генә ҡала.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас