Йомғаҡлау һүҙе.
Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ, Аллаға шөкөр. Уҙып киткән йылға күҙ һалып, йомғаҡлау мәле етте.
Утеп киткән йыл Әбүбәкер Мәҙәниәт йорто өсөн бик уңышлы, емешле булды.
Мәҙәни саралар, кисәләр, осрашыуҙар шаулап, гөрләп үтте. Республика, район бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаштыҡ.
Әлбиттә иң ҙур еңеүебеҙ "Айыҡ ауыл" республика конкурсында 2-се урын яуланыҡ.
1-се район йәш сәсәндәр бәйгеһендә Батырхан Билалов Гран - при,
"Дала моңо" вокал ансамблдәре бәйгеһендә "Бүләк" коллективы Гран- при,
1-се район "Ете ҡыҙ" бәйгеһендә Наҙгөл Ултракова Гран - при яуланылар.
Шулай уҡ йәш сәсәндәрҙең "Урал балалары тауышы" 2-се республика бәйгеһендә Батырхан Билалов 1 - се дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
"Алтын мираҫ" район фольклор бәйгеһендә "Бүләк" коллективы 1-се урын,
🔹" Бейеүҙәрҙә сикһеҙ дала" район йыр бәйгеһендә Хәсән Билалов 1-се урын,
🔹"Рух яҙыуы" район телевизион шиғриәт бәйгеһендә Гөлшат Билалова 1-се урын
🔺"Йырлайым һиңә, Тыуған илем" район хәрби патриотик йырҙар бәйгеһендә "Бүләк" коллективы 1-се урын, шулай уҡ "Йәшлек" ансамбле 2-се урынға лайыҡ булдылар.
🔹 Район ҡалаҡсылар бәйгеһендә 2-се урын яулаһаҡ, "А песня русская жива" рус йырҙары бәйгеһендә Айһылыу Байрамғолова 3 - сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Мәҙәниәт йортоноң төп байлығы, ҡаҙанышы, әлбиттә, дәртле һәүәҫкәр таланттарыбыҙ , әүҙем, бай күңелле тамашасыларыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ.
Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән коллективтарҙы Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!! Уларға ижади уңыштар һәм тағыла еңеүҙәр яуларға яҙһын тип теләйбеҙ!!
"Айыҡ ауыл 2022 - Абубакировский СМФК"