ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2024, 15:04

Иләс ауылы яугиры йәштәр менән осрашты

Сара барышында ул  хәрби хеҙмәт, йәшәү шарттары, һалдаттар араһында  ысын дуҫлыҡ рухы һәм илһөйәрлек тураһында һөйләне

Иләс ауылы яугиры йәштәр менән осраштыИләс ауылы яугиры йәштәр менән осрашты
Иләс ауылы яугиры йәштәр менән осрашты

Иләс мәҙәниәт йортонда СВО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Заһир Рәхмәтов йәштәр менән осрашты.

Заһир менән бергә армия хеҙмәтендә булып ҡайтҡан Ғәзим, Нияз, Бәхтийәр ағайҙары ла ҡатнашты.Сара барышында яугир хәрби хеҙмәт, йәшәү шарттары, һалдаттар араһында командалыҡ рухы һәм дуҫлыҡ тураһында һөйләне.

"Иң ҡәҙерлеһе — волонтерҙарҙан килгән посылкалар. Ебәрелгән әйберҙәрҙең барыһы ла килеп етә. Социаль селтәрҙә ауылдаштарымдың маскировка селтәре үрә башлауын белгәс, ғорурландым. Һеҙҙең ярҙамды, беҙгә ныҡлы терәк булыуығыҙҙы тоябыҙ. Шулай бергә һәм берҙәм булғанда еңеү беҙҙең яҡта булыр", — тине Заһир Рәхмәтов. Бергә килгән иптәштәре Хәрби хеҙмәт тураһында һөйләне. Сара аҙағында һалдат хеҙмәте үткән ағайҙар һәм үҫмерҙәр араһында скакалка һикереү, сәпкә атыу, дартс буйынса ярыштар үткәрелде.

Сдк Илячево

 

Автор:
Читайте нас