Яҙмыш елдәре бынан 65 йыл элек Туймазы районы һылыуы Рәшиҙә Исхаҡ ҡыҙы менән Хәйбулла районы Аҡъегет ауылы егете Хисам Усман улы Абдуллинды осраштырып, таныштырып, ҡауыштырып ҡуя.
1958 йылдың 28 декабрендә сәстәрен сәскә бәйләп, тәүге ҡанат нығытҡан ояларына хыянат итмәй, ғүмерлеккә Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында төпләнәләр йәштәр.
Ырыҫлы була уларҙың ҡорған нигеҙҙәре. Ярты быуаттан ашыу иңгә-иң тереп, бер-береһенә терәк-таяныс булып бер ҡыҙ, өс улға ғүмер бирәләр.Уларҙың һәр береһенә юғары белем алырға, үҙаллы тормош юлына баҫырға ярҙам итәләр.Үҙҙәре ҡартатай, өләсәй булырға өлгөргән балаларына һоҡланып, ҡыуанып йәшәйҙәр.
Хисам олатай менән Рәшиҙә инәй 12 ейән-ейәсәре,14 бүләсәләренең уңыштарына һөйөнөп, гөл-сәскәләр араһында балҡып торған өйҙәрендә балаларының ҡайтып йөрөрлөк нигеҙҙәрен һаҡлап үҙ-аллы ғүмер итәләр.
Улар һаман да ауылыбыҙҙа, районыбыҙҙа йәшәүсе күптәр өсөн һоҡланғыс ғаилә өлгөһө, балалары, туғандары өсөн ышаныслы таяныс, аҡыллы кәңәшсе булып торалар.
Рәшиҙә инәй, Хисам олатай, олпат ғүмҽр байрамығыҙ мҽенән һеҙҙе ҡотлайбыҙ! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс,бәхетле тормош тҽләйбеҙ.
#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#КультураХайбуллы
#65лҽт#Бәхҽтлҽғүмҽр
#ГалиахмҽтовскийСДК
Ғәлиәхмәт мәҙәни усағы/Очаг культуры Галиахмет