Башҡортостандағы балалар социаль учреждениеларының береһендә тәрбиәләнгән өс бер туған, ниһайәт, йорттарына, атайҙары янына ҡайтты, тип хәбәр итә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Был мөғжизәгә бары тәрән һөйөү, ныҡышмаллыҡ, яҡшылыҡҡа ышаныс ярҙам итте. Беҙ ысын күңелдән был берҙәм ғаиләне һөйөнөслө ваҡиға менән ҡотлайбыҙ һәм уға бәхет, һаулыҡ, шатлыҡтар теләйбеҙ. Өйҙәренән күңелле бала тауыштары, йөҙҙәренән йылмайыу китмәһен, теләктәшлек һәм мөхәббәт һәр саҡ яндарында булһын!
2024 йыл –илебеҙҙә Ғаилә йылы. Һәр баланың эргәһендә хәстәрлекле , яратҡан, ярҙамға килергә әҙер торған ата-әсәһе булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ.Ғаилә бит – һәр кемдең тормошонда иң мөһиме!
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.