ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2024, 15:35

Сәғит ауылынан Тутыйғош Мәмбәтова 90 йәшен билдәләй

Бәхетле инәйҙең бөгөнгө көндә 43 ейән- ейәнсәре, 26 бүлә- бүләсәре һәм бер тыуасары бар. 

Сәғит ауылынан Тутыйғош Мәмбәтова  90 йәшен билдәләйСәғит ауылынан Тутыйғош Мәмбәтова  90 йәшен билдәләй
Сәғит ауылынан Тутыйғош Мәмбәтова 90 йәшен билдәләй

Яңы йылдың беренсе көнөндә Сәғит ауылында йәшәүсе Таштуғай ауылы ҡыҙы Мәмбәтова Тутыйғош Ҡотлоғәфәр ҡыҙы үҙенең 90 йәшен билдәләне.

Юбилярҙы тәбрикләргә йола буйынса район, урындағы хакимиәт вәкилдәре, район ветерандар советы рәйесе һәм туғандары йыйылды.
Тутыйғош Ҡотлоғәфәр ҡыҙы күркәм тормош юлы үткән кеше. Ул
Герой әсә, тормош иптәше менән 11 балаға ғүмер биреп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бәхетле инәйҙең бөгөнгө көндә 43 ейән- ейәнсәре, 26 бүлә- бүләсәре һәм бер тыуасары бар. Уларҙың иғтибарын тойоп, ҡәҙер- хөрмәткә төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә Тутыйғош Ҡотлоғәфәр ҡыҙы.


Матур юбилейы менән инәйҙе ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ!

Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

 

Автор:
Читайте нас