ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2024, 10:11

Радик Динәхмәтовтан ҡайнар сәләм!

Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы махсус хәрби операция биләмәһенән яҡташтарына ҡайнар сәләмдәр ебәрә.

Радик Динәхмәтовтан ҡайнар сәләм!Радик Динәхмәтовтан ҡайнар сәләм!
Радик Динәхмәтовтан ҡайнар сәләм!

"Башҡорт батальоны" телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Радик Динәхмәтов  республика йәмәғәтселәре әҙерләгән гуманитар ярҙам алды. «Әсән» позывнойлы яугир яҡташтарына гуманитар ярҙам, айырыуса ял ваҡытында һалдаттарҙың кистәрен биҙәгән музыка ҡоралдары һәм хаттары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Белеүегеҙсә, Радик Динәхмәтов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткәйне.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан саҡта,    “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеменә лайыҡ булды.

Фото:"Башҡорт батальоны" телеграм-каналы

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас