Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыуҙы сикләү тураһында белдерҙеләр.
«3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән иртәнге 10-ға, 6 ғинуарҙа киске 5-тән төнгө 11-гә тиклем магазиндарҙа алкоголь һатыу тыйыла», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.
Талапты боҙған өсөн штраф ҡаралған: вазифалы кешеләр өсөн 20-40 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 100-300 мең һум. Бынан тыш, продукцияны конфискациялау ихтималлығы бар.
Әйткәндәй, Белем көнөндә, Йәштәр көнөндә, "Һуңғы ҡыңғырау" һәм һабантуйҙар ваҡытында республикала алкоголь һатыуҙы сикләү ғәмәлдә.
фото:Өфө ҡалаһы хакимиәте.