ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2024, 07:59

Абдуллиндар өй туйланы

Яңы йыл алдынан  Аҡъяр ауылынан Абдуллиндар "Ауыл биләмәһен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһы сиктәрендә йортло булды

Абдуллиндар өй туйланыАбдуллиндар өй туйланы
Абдуллиндар өй туйланы

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов был турала үҙ сәхифәһендә бәйән итте.

Аҡъярҙан Абдуллиндар ғаиләһе Яңы йылды яңы өйҙә ҡаршылай. Тантаналы шарттарҙа уларға “Ауыл биләмәһен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһының “Торлаҡ” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән йорт асҡысы тапшырылды.

Әлфиә Рәшит ҡыҙы  балалар һәм ата-әсәләр өсөн “Һаҡмар” шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ғаилә башлығы ла ошо учреждениела эшләй. Абдуллиндар дүрт бала тәрбиәләй һәм  күптән үҙ йорто тураһында хыяллана.

Был программа нигеҙендә төҙөлгән йорттар  найм килешеүе буйынса бирелә һәм биш йыл үткәс, ошо уҡ эш биреүселә эшләгән ғаилә өйҙө уның расчет хаҡынан 10 проценттан да артмаған хаҡҡа һатып алыу хоҡуғына эйә. Ә инде 10 йылдан иһә 1 проценттан да артмаған хаҡҡа ала ала. Ауыл еренә белгестәрҙе йәлеп итеүгә йүнәлтелгән ошо дәүләт программаһы  районда артабан да әүҙем тормошҡа ашырылыр, тип ышанам,--тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас