Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан 2023 йыл "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы тип иғлан ителгәйне.Ошо иғлан ителгән йыл уңайынан Яңы йыл байрамына ауылыбыҙ егҽттәрҽ һәм Вил Әхмәт улы бик шәп сюрприздар әҙерләне.
Вил Юнысов ауыл клубына Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу костюмдары алып бирҙҽ. Ауылыбыҙҙың шәп егеттәрҽ Ирек, Рацель, Айнур, Фәнис Юнысовтар, Рәсүл Ҡаҙаҡбаҽв, Марат Cәйфуллин, Мөхәмәт Мөхәмәтов, Камил Хәлилов, Иршат һәм Юлай Шәриповтар, Заһир Торошҽв, Илгиз Мөхәмәдйәнов байрамға спонсорҙар булды. Йыйылған аҡса бал-маскарадта призлы урындарға сҽртификаттар, урамда биҙәлгән йорттарға сҽртификаттар һәм бүләктәр алыуға, лотҽрҽя уйыны супер приздарына тотонорға тәғәйенләнде.