

Бөгөн Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм уның социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ менән осрашты. Яугир әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.
"Махсус хәрби операция зонаһында ысын геройҙар булыуын ҡабатлауҙан туҡтамайым, илебеҙҙең киләсәге күп йәһәттән уларға бәйле. Беҙ һәр ваҡыт хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә ярҙам итергә һәм яҡташтарыбыҙҙың тәҡдим-үтенестәрен хәл итергә тырышабыҙ. Бөгөн беҙ махсуслашҡан планшеттарҙы «Һулаҡай» позывнойлы спецназ взводы командирына тапшырҙыҡ. Аҡъяр егете И.К.Яковлев исемендәге Жуков орденлы Новосибирск хәрби институтын тамамлағандан һуң, Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәре составында махсус хәрби операция зонаһына ебәрелә. Киләһе отпускыла ул өйөндә игеҙәк малайҙарҙын һөйәсәк, улар өсөн ул батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү өлгөһө буласаҡ. Егеткә һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп, еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!" - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрендә Рөстәм Динислам улы.