

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә байрам кәйефе тыуҙырыу маҡсатында төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы командиры Имран, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә, Ғәзи Заһитов исемендәге Башҡорт штурм отряды яугирҙарын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Отрядтың ҡайһы бер хәрби хеҙмәткәрҙәренә генерал Шайморатов миҙалдары тапшырылды.
Беҙ ҙә Ватан һағында торған барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы, яугирҙарҙы Яңы йыл менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ. Тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡҡа ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: https://t.me/bashbat02/4955
Автор:Рәмилә Мусина