

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре барышында Хәйбулла районы активы менән осрашты. Зариф Зәкир улы яңы закондар сығарыу инициативалары һәм ҡабул ителгән закондар тураһында хәбәр итте һәм төрлө наградалар тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге белгесе Фәнилә Бәширова ла бар. Хәйбулла районы халҡына ярҙам итеү буйынса социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Фәнилә Фаил ҡыҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!