ЙӘМҒИӘТ
30 Декабрь 2023, 04:33

Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы буйлап кашауай санаға егелгән атта елдергән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ауыл халҡын етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы һәм оҫта хужалар эшләгән ҡар һындарын ҡарап сыҡты.

Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!
Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!

Һаҡмар-Наҙағол ауылы буйлап кашауай санаға егелгән атта елдергән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ауыл халҡын етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы һәм оҫта хужалар эшләгән ҡар һындарын ҡарап сыҡты. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу күстәнәстәр өләшеп, Яңы йылға изге теләктәрен еткерҙе. Ҡунаҡтарҙы һаҡмар-наҙарғолдар өс урында борлатып самауыр ҡайнатып, тәмлекәстәр бешереп йырлап-бейеп ҡаршы алды. Күңелдәре булғансы бейеп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, самауыр сәйе менән һыйланып ял күңелле үткән.

"Киләһе 2024 йыл барыбыҙға ла шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен, доньяларыбыҙ имен, аяҙ күк йөҙөбөҙ тыныс булып, именлектә-һаулыҡта йәшәргә насип итһен. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙы гөрләтеп, берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәргә булһын! Етеп килгән Яңы йыл менән!" - тип ҡотланы һаҡмар-наҙарғолдар.

Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!
Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!
Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!
Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!
Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!
Һаҡмар-Наҙарғолға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде!
Автор:Һаҡмар-Наҙарғол мәҙәниәт йорто
Читайте нас