

“Теләктәр шыршыһы” шәфҡәтлелек партия проекты сиктәрендә, 12 йәшлек Руслан Зәкировтың хыялын тормошҡа ашырып, уға кеҫә телефоны тапшырылды.
Был шәфҡәтлелек акцияһы 2018 йылда Рәсәй президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителде. Акция һәр кемгә изге тылсымсы булырға һәм Яңы йыл алдынан кемгәлер шатлыҡ бүләк итеү мөмкинлеген бирә. Ошо проект эшләй башлағандан алып, Рәсәй буйынса 106 450 баланың хыялы тормошҡа ашҡан, шәл иҫәптән, йәш хәйбуллаларҙың да. Изге традиция артабан да дауам итәсәк.