ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2023, 15:39

70 йыл бергә!

Таж туйҙарын билдәләгән һоҡланғыс пар 1953 йылдың 25 декабрендә өйләнешкән.

70 йыл бергә!70 йыл бергә!
70 йыл бергә!

Яңы 2024 йыл алдынан Ишембай районының Петровский ауылынан Борис Иванович һәм Александра Кузьминична бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне. Улар 1953 йылдың 25 декабрендә өйләнешкән. Ғашиҡтарға ул саҡта 18 йәш булған.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Майоровтар ғаиләһе тормоштоң йәмен тойоп йәшәй. Ишембай районының ЗАГС бүлеге һәм Петровский ауыл советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре юбилярҙарҙы күркәм байрамдары менән тәбрикләне.

Фото:Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас