

Хәйбулла районы башҡорттары төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылы халҡы береһенән береһе үҙенсәлеклерәк проекттар тәҡдим итә. Ир- аттар егеттәрҙе "Шәп егет" проектында кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтһә, ҡыҙҙар өсөн ауылдың инәйҙәре "Өләсәйҙәр мәктәбе" ойоштороп ебәргән.
“Ауыл халҡы әйтеүенсә, өләсәйҙәр мәктәбенең ойошторолоуы - заман талабы. Йәш быуын - милләтебеҙҙең киләсәге. Балаларыбыҙҙы халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү заманыбыҙҙың өлгөрөп еткән көнүҙәк мәсьәләләренең береһе һанала. Балаларҙа кешелеклелек һыҙаттары, әҙәплелек тәрбиәләү - мөҡәддәс бурыс. Кеше үҙ халҡының быуындан быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, шул нигеҙҙә тәрбиә алғанда, физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхлаҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле, мәҙәниәтле,йәмғиәттең әүҙем ағзаһы итеп иҫәпләй ала", - тип билдәләй улар. Тәүге дәрескә ҡыҙҙар Нәсимә өләсәйгә йыйылған. Күп йылдар дауамында ауылдың мәҙәниәт усағын, "Ағинәйҙәр" ойошмаһын етәкләгән Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы сәк-сәк бешереү серҙәре менән уртаҡлаштҡан.
Халҡыбыҙҙың милли ризығы булған сәк-сәкте әҙерләү ҡыҙҙарға бик оҡшаны, тип белдерә әбештәр. Афарин, әбеш өләсәйҙәренә!”, - тип яҙа хәйбуллалар.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #мираҫ #башҡорттар #АйыҡАуыл2023 #ТрезвоеСело2023 #ХәйбуллаРайоны #ХайбуллинскийРайон #ФСГО #ФондГрантовГлавыРБ